Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2010, 11:06

Салауатта футбол буйынса турнир үтәсәк

Салауатта футбол буйынса ҡала ярыштарына әҙерлек алып барыла. Турнир Физкультурник көнөнә ҡарата үткәрелә һәм «Йәйге старт» ихата чемпиондары лигаһы сиктәрендә үтә.
Сараның ойоштороусыһы булып физкультура һәм спорт буйынса ҡала комитеты сығыш яһай.
Ярыштар 12 августан 14-енә тиклем барасаҡ. Уйындар «Төҙөүсе» стадионында үтәсәк.
БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, турнирҙа 12 -16 лет йәштәрҙәге үҫмерҙәр ҡатнаша ала. Бының өсөн команда тупларға һәм спорт комитетына заявка бирергә кәрәк.
Автор: Эльмира Сабирова
Теги: футбол
Читайте нас