Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Август 2010, 13:05

Ғәли Сәйетбатталов вафат булды

Башҡортостан фәне, мәҙәниәте һәм юғары мәктәбе ауыр юғалтыу кисерҙе. Ауыр һәм оҙаҡ ауырығандан һуң 82-се йәшендә күренекле телсе, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы профессоры, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталов вафат булды.
Ғәли Сәйетбатталов 1928 йылдың 17 декабрендә Күгәрсен районы Сәйетҡол ауылында тыуған. 1950 йылда К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын (1957 йылдан алып – БДУ) тамамлай, һуңынан уның бар ғилми-педагогик эшмәкәрлеге тап ошо уҡыу йортона өҙлөкһөҙ бәйле була. Бында 1957-1974 йылдарҙа кандидатлыҡ эшен, артабан докторлыҡ диссертацияһын яҡлағандан һуң уҡытыусы, башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы доценты булып эшләй, 1974 - 1977 йылдарҙа – кафедра мөдире, 1977 йылдан һуңғы көндәренә тиклем - был кафедраның профессоры.
Ғәли Сәйетбатталов юғары абруйлы ғалим ине. 250-нән ашыу ғилми статья, тиҫтәләгән монографиялар һәм мәктәп, педагогия училищелары һәм юғары уҡыу йорттары өсөн әсбаптар авторы, ул хәҙерге башҡорт теленең синтаксисы, пунктуация һәм стилистикаһы проблемаларын фәнни өйрәнеүгә ҙур өлөш индерҙе. Ғәли Сәйетбатталовтың ғилми эшмәкәрлеге һуңғы йылдарҙа айырыуса емешле булды. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уның ике томда “Башҡорт теле. Синтаксис” һәм өс томда “Башҡорт теле. Синтаксис” хеҙмәттәре нәшер ителде.
Тел ғилеменең теоретик проблемаларын өйрәнеү менән бер рәттән Ғәли Ғәли улы башҡорт әҙәбиәте классиктары теле һәм стиле проблемалары һәм башҡорт әҙәби теле үҫеше үҙенсәлектәре менән шөғөлләнде. Уның хеҙмәттәре билдәле башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәренең тел һәм стиль үҙенсәлектәре проблемаһына арналды.
Ғилми-педагогик эшмәкәрлек менән бер рәттән ғалим юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү өҫтөндә лә әүҙем эшләне. Ул факультетта докторлыҡ диссертациялары яҡлау буйынса диссертация советында ағза булып торҙо, докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлағанда оппонент булараҡ сығыш яһаны, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенттарының диплом эштәре менән етәкселек итте. Хеҙмәттәштәре хәтерендә Ғәли Сәйетбатталов үҙ эшенә тоғро ғалим, тормош һөйөүсән, шат күңелле кеше булып ҡаласаҡ.
Ғәли Сәйетбатталовтың күп йыллыҡ ғилми һәм педагогик эшмәкәрлеге киң танылыу алды. Башҡорт тел ғилеме үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн ул «Хеҙмәттәге уңыштар өсөн» һәм «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары менән наградланған.
Һоҡланғыс кеше, талантлы ғалим, педагог Ғәли Ғәли улы Сәйетбатталов хаҡында яҡты хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.
Некрологҡа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм башҡа рәсми кешеләр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡул ҡуйған.
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: