Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.31
-0.65
83.15
+0.18
73.72
-2.19
8+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2010, 13:37
Таҡмаҡ байрамы бихисап ҡатнашыусыларҙы йыйҙы
Балаҡатай районында 1 - 3 июлдә Х Төбәк-ара рус йыры һәм таҡмаҡ байрамы үтә. Конкурсанттарҙы тыңлап ҡарауҙың беренсе көнө 12 сәғәт ваҡытты алды: эш шунда, быйылғы фестиваль бығаса булмағанса бихисап ҡатнашыусыларҙы йыйған. Быйыл улар 97: 65 коллектив һәм 32 солист.
Уҙған йылда 73 конкурсант ине — 47 коллектив һәм 26 солист, йәмғеһе 700 самаһы кеше. Быйылғы состав меңгә яҡынлашты.
Традицион ҡатнашыусыларҙан тыш, 10-сы байрамда Мәскәү өлкәһенән, Ямал-Ненец автономиялы округынан, Ҡаҙағстандан фольклор коллективтар ҡатнаша.
Жюриға Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы профессоры Владимир Бурлаков етәкселек итә.
Иртәгә, 3 июлдә, Яңы Балаҡатай Мәҙәниәт йортонан байрам асыҡ һауаға күсә: гала-концерт һәм фестивалде ябыу тантанаһы йола буйынса Ямаш ауылы янындағы Кәзә тауында үтәсәк.
Автор:
Ольга Мортазина
Теги:
халыҡ ижады
Читайте нас в