Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.91
+0.86
93.16
+0.5
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июнь 2010, 10:23

Өфө өс байрамға әҙерләнә

Өфө Ҡала көнөн, Рәсәй көнөн һәм Салауат Юлаев көндәрен байрам итеүгә әҙерләнә. Байрам алдынан республиканың баш ҡалаһында бер нисә рәсми һәм мәҙәни-тамаша саралары планлаштырылған.
10 июндә, мәҫәлән, Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһы үткәреләсәк. Бынан һуң Салауат Юлаев исемендәге майҙанда “Беҙ бергә” байрам программаһы башлана.
11 июндә Ҡала мәҙәниәт һарайында «Интернет-Өфө 2010» сайттар конкурсының финалы үткәрелә. Ошо уҡ көндө Нижегородка биҫтәһендәге “Йәдкәр” мәҙәниәт йортонда - «Бәхет хаҡында йырлай Өфө» күңел асыу программаһы, ә Яңы Черкассы ҡасабаһындағы «Заря» мәҙәниәт йортонда «Өфө – Башҡортостан Республикаһының йөрәге» концерт программаһы ойошторола. Төп байрам саралары иһә ҡалала 12 июнгә билдәләнгән.
Автор: Евгений Рәхимҡолов
Читайте нас