Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.05
+0.5
91.05
+0.76
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2010, 11:26
Башҡортостандың йәш бокссылары йәйге Спартакиадала юғары әҙерлек күрһәтте
Пензала Волга буйы федераль округы йәштәренең II йәйге Спартакиадаһы иҫәбенә бокс буйынса ярыштар үтте. Унда Волга буйы федераль округының 13 республикаһы, крайы һәм өлкәһенән йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы исеменән 14 спортсы сығыш яһап, дөйөм команда иҫәбе буйынса беренсе урын алды (беҙҙең бокссылар активында өс «алтын», дүрт «көмөш» һәм дүрт «бронза»).
«Алтын» бокссыларыбыҙ: 48 кг – Александр Балог (Баймаҡ, тренеры – Алексей Евстигнеев); 64 кг – Темур Худоян (Октябрьский, тренеры – Василий Савкин); 91 кг – Данис Латипов (Ишембай, тренеры – Мансур Латипов).
«Көмөш» призерҙар: 51 кг — Тимур Фәзулов (Өфө), 75 кг – Эдуард Абдрахманов (Өфө), 51 кг – Дилара Фәйзуллина (Өфө), 60 кг – Регина Шабиева (Туймазы).
«Бронза» призерҙар: 57 кг – Фәнис Ғиззәтуллин (Бәләбәй), 69 кг – Семен Козелков (Өфө), 81 кг – Егор Хлынцев (Стәрлетамаҡ), 75 кг – Регина Манаева (Стәрлетамаҡ).
Автор:
Дмитрий Слезин
Теги:
бокс
Читайте нас