Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.77
0
90.71
0
65.47
+0.06
13+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Апрель 2010, 10:31
Талпан энцефалиты осоро етә
Көндәр йылыныу менән талпан энцефалиты осоро етә. Өфөлә был бөжәктәргә, шулай уҡ серәкәй, ваҡ кимереүселәр һәм башҡа ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшеүгә әҙерләнәләр. Өфө Дезинфекция станцияһының баш табибы Александр Мочалкин хәбәр итеүенсә, санитар-профилактик эштәр Башҡортостан баш ҡалаһындаа апрель аҙағында башланасаҡ.
— Бөжәктәрҙе юҡ итеү өсөн махсус препараттар – тирә-яҡ мөхит өсөн зыянһыҙ дезинсектанттар һиптереләсәк, — ти ул. – Беҙ ҡаланың бөтә урман-парк зоналарын эшкәртергә планлаштырабыҙ. Бөтәһе – 100 гектарға яҡын.
Дезинфекция станцияһының эше яҡшы һөҙөмтә бирә. Был турала һуңғы йылдарҙа Өфө биләмәһендә талпан энцефалиты һәм сысҡан биҙгәге менән ауырыуҙар һаны кәмеүе раҫлай.
Станцияның баш табибы ҡала халҡын шулай уҡ шәхси гигиена ҡағиҙәләрен ҡәтғи күҙәтергә саҡырҙы.
— Инфекциялар күп, һәм уны таратыусылар ниндәй миҙгел булыуға ҡарамаҫтан һиҙгерлеген юғалтмай, — тип аңлата Александр Мочалкин. – Билдәле бер осорҙа улар айырыуса әүҙемләшә. Шуға күрә һаҡланыу сараларын ентекле күҙәтергә кәрәк.
Автор:
Рәсүл Хәмиҙуллин
Теги:
һаулыҡ һаҡлау
Читайте нас: