09:28 (UTC+5), 23 Февраль 2010

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышындағы яуҙы “тергеҙҙеләр"

Николай Ермоленко
Бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында “Ҡаһарманлыҡ” театраль реконструкция үтте. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналды һәм Башҡортостан яугирҙары ҡатнашҡан 1942 - 1943 йылдарҙағы Төп Кавказ һыртын обороналауҙағы яу эпизодтарының береһен яҡтыртты.
“Ҡаһарманлыҡ” хәрби-тарихи реконструкция хәрби-патриотик тәрбиәнең бер төрө иҫәпләнә һәм Рәсәй армияһы тарихына ҡыҙыҡһыныу арттырыуға, хәрби дан һәм намыҫ өлгөһөндә йәштәрҙе тәрбиәләүгә булышлыҡ итеүгә, шулай уҡ хәрби-тарихи һәм хәрби-патриотик йүнәлештә эшләгән ҡала йәштәре коллективтарын үҫтерергә һәм берләштерергә ярҙам итә.
Был сараны Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты, Республика Хәрби Дан музейы, «Росстань» клубы, «190-сы пехота Очаков полкы» хәрби-тарихи реконструкция клубы, «Төньяҡ Амурҙары» хәрби-тарихи клубы, Өфө ҡалаһының Балалар һәм үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсиялар йорто, Башҡортостан Республикаһы эҙәрмәндәр отряды фонды ойошторған.
Реконструкцияла «Рейд» хәрби-тарихи клубы, «Һуҡмаҡ», «Дозор» хәрби-патриотик клубтары, үрҙә телгә алынған «190-сы пехота Очаков полкы» һәм «Төньяҡ Амурҙары», «Өфө пехота полкы», Межгорье, Дәүләкән, шулай уҡ Һамар ҡалаһы клубтары ҡатнашты.
Реконструкцияның темаһы ойоштороусылар менән «Эльбрус» программаһы сиктәрендә 2005 йылда әҙерләнә. Тарихты иҫкә төшөрәйек. Кавказ өсөн һуғыш ҡурғау һәм һөжүм итеү операцияларынан тора. Кавказ өсөн яуҙың беренсе этабында (1942 йылдың 25 июле — 31 декабре) Көньяҡ, Төньяҡ-Кавказ, Кавказ аръяғы фронттары ғәскәрҙәре, НКВД-ның эске һәм сик буйы ғәскәрҙәре, Ҡара диңгеҙ флоты, Азов һәм Каспий хәрби флотилиялары Төньяҡ-Кавказ стратегик оборона операцияһын үткәрә. Уның барышында ҡурғаусы берекмәләр һәм берләшмәләр ҡаршы көстәрҙең баҫымында Төп Кавказ һырты артылышына һәм Терек йылғаһына сигенергә мәжбүр була, ләкин улар дошманды Кавказға һәм Кавказдың Ҡара диңгеҙ буйына үткәрмәй. Уларҙы туҡтатып, совет Ҡораллы көстәре немец илбаҫарҙарының алыҫҡа йүнәлтелгән хәрби, сәйәси, иҡтисади маҡсаттарын боҙа. Гитлер командованиеһы Төп Кавказ һыртын урап үтеп, Новороссийск һәм Туапсены ҡулға төшөрөүҙе, ә көнбайыштан урап, Грозный һәм Баҡыны алыуҙы планлаштыра. Бынан тыш, гитлерсылар һырттың үҙәк өлөшөн үтеп, Тбилиси, Кутаиси һәм Сухуми ҡалаларына сығырға ниәтләй.
Был ҡурғау операцияһы киң масштаблы булыуы менән үҙенсәлекле: унда барған һуғыштар фронт буйынса 1000 км-ға тиклем территорияны биләй, 800 км-ға тәрәнлеккә һуҙыла һәм 160 тәүлек дауамында бара.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡыҙыл Армия менән үткәрелгән башҡа операцияларҙан ул өс төп аспекты менән айырылып тора. Беренсенән, ул һуғышты алып барыуҙың төрлө шарттары менән үҙенсәлекле: ваҡ һәм эре йылғалар ҡаршылығы, диңгеҙ яры, уйһыулыҡ, сусаҡтар, таулы урмандар, таш ҡаялы тауҙар, бейек тау артылыштары, йәйге эҫелек, көҙгө бысраҡ, аҙ ҡарлы ҡыш. Икенсенән, ғәскәрҙәр маневрлы оборона алымдарын киң ҡуллана. Ул бынан алда ла, унан һуң да бөтөнләй ҡулланмай, тиелек. Был оборона төрө биләгән территория өлөшөн бер аҙ юғалтып булһа ла, үҙ көсөңдө һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Өсөнсөнән, операция барышында вермахт берләшмәләре һөжүмдәре менән бергә тылдан немец командованиеһы етәкселегендә эш иткән чечен, осетин, ингуш һәм башҡа Кавказ халҡынан торған ҡораллы көстәргә ҡаршы торорға тура килә.
Кавказды ҡулға төшөрөү өсөн немец-фашист командованиеһы 167 мең һалдат һәм офицерҙан, 1130 танктан, 4500 орудиенан һәм минометтан һәм меңгә яҡын самолеттан торған армия ебәрә. Ләкин гитлерсыларҙың СССР-ҙың Төркиә менән сигенә сығып, артабан Көнсығыш илдәренә баҫып инеү буйынса пландары килеп сыҡмай.
20-се тау-уҡсылар бригадаһы составында Кавказ өсөн барған ҡан ҡойошло һуғыштарҙа Башҡортостан минометсылары ла ҡатнаша. Шулар араһында Вәсиҡ Шәрипов яуҙарҙың береһендә батырҙарса һәләк була.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика