Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
0
93.01
0
68.28
-0.36
12+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Февраль 2010, 11:14

Төрки фильмдар көндәрендә башҡорт кинематографистары эштәрен күрһәтәсәктәр

2010 йылдың 15-18 февралендә быйыл Европа мәҙәниәте баш ҡалаһы тип иғлан ителгән Истанбул ҡалаһында IV Төрки фильмдар көндәре үтә. Сарала Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Тажикстан, Төркиә, Үзбәкстан, Башҡортостан һәм Татарстандан режиссерҙар, сценаристар һәм артистар ҡатнаша.
Башҡортостан делегацияһына сценарист Таңсулпан Бураҡаева һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы режиссеры Зарема Хисмәтуллина инә. Жюри һәм төрөк тамашасылары «Рәхмәт» нәфис фильмын (режиссеры — Әнүәр Райбаев, сценарий авторҙары Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаевалар) һәм башҡорт халыҡ әкиәте мотивтары буйынса ижад ителгән «Ҡош тәпәйе» мультфильмын (режиссеры – Владислав Байрамғолов, сценарий авторы – Таңсулпан Бураҡаева) күрәсәк.
Төрөк субтитрҙары менән башҡорт фильмдары 16 һәм 18 февралдә Бюлент Эджевит исемендәге Мәҙәниәт үҙәгендә (Бейоглу районы) һәм Муаммер Карадж театрында (Картал районы) күрһәтеләсәк.
Бынан тыш, матбуғат конференциялары, тамашасылар менән осрашыуҙар, афишалар күргәҙмәһе үтәсәк.
Төрки фильмдар көндәре ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара ойошмаһы, Төркиәнең Мәҙәниәт һәм туризм министрлығы, Истанбул ҡалаһы мэрияһы ярҙамында Истанбул университетының Евразия институты тарафынан ойошторолған.
Автор:Әхәт Салихов
Читайте нас: