12:24 (UTC+5), 28 Января 2010

Санкт-Петербург дәүләт университетының көнсығыш факультетында башҡорт телен өйрәнәсәктәр

Эльмира Сабирова
Ихтимал, киләһе уҡыу йылынан уҡ Санкт-Петербург дәүләт университетының көнсығыш факультеты студенттары башҡорт телен өйрәнә башларҙар. Был турала М.Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин хәбәр итте. Ошо хаҡта килешеүгә Әсәҙуллиндың Санкт-Петербургка сәфәре барышында өлгәшелә, бында ул Рәсәй Федерацияһында Уҡытыусы йылын асыуҙа ҡатнаша.
Рәсәй Федерацияһының 80 төбәгенән 500 самаһы делегат йыйылған педагогик ассамблеяның почетлы ҡунағы ил Президенты Дмитрий Медведев булды. Ул педагогтар берләшмәһе алдында “Беҙҙең яңы мәктәп” милли мәғариф инициативаһы менән сығыш яһаны.
— Иң элек, был коллегалар – педагогик юғары уҡыу йорттары ректорҙары һәм студенттарының ҙур осрашыуы булды, — тип һөйләне Раил Әсәҙуллин. – Ассамблея сиктәрендә 14 майҙансыҡ эшләне. Дискуссиялар барышында мәғарифтың төрлө кимәлдәге мәсьәләләре — Рәсәй дөйөм белем биреү системаһын артабан үҫтереү юлдарынан алып уҡытыусы кадрҙар әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү проблемаларына тиклем – тикшерелде.
Педагогик ассамблея эшләй башлағанға тиклем Санкт-Петербургтағы БР тулы хоҡуҡлы Вәкиллеге етәксеһе Риф Сәхәбетдинов М. Аҡмулла исемендәге БДПУ, З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһы ректорҙарының Санкт-Петербург дәүләт университетының көнсығыш факультеты һәм Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Төрки тикшеренеүҙәр үҙәге профессор-уҡытыусылар составы менән осрашыуын ойошторҙо.
Бында, көнсығыш факультетының эске ихатаһында, Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең бюсы ҡуйылған, ә университеттың көнсығыш факультеты, филология һәм сәнғәт факультеты корпусының алтынсы ҡатында Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Төрки тикшеренеүҙәр үҙәге урынлашҡан. Раил Әсәҙуллин әйтеүенсә, Үҙәктә төрки халыҡтар телдәре, мәҙәниәте һәм традициялары өйрәнелә, ҡайһы бер тарих, тарих-география һәм филология проекттары тормошҡа ашырыла.
Конструктив диалог барышында юғары уҡыу йорттары араһында академик хеҙмәттәшлектең төрлө формалары тикшерелде. Атап әйткәндә, Башҡортостан вуздарында эшләү өсөн төп шәрҡиәтселәрҙе саҡырыу, академик хеҙмәттәшлек сиктәрендә студенттар менән алмашыу, Санкт-Петербург дәүләт университетының көнсығыш факультетында боронғо төрки телдәрҙең береһе булараҡ башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләре ҡаралды. Факультет деканы Евгений Зеленев фекеренсә, студенттарҙың һәм магистранттарҙың боронғо төрки телдәрҙең береһен өйрәнергә теләге ҙур, ләкин вузда был өлкәлә белгестәр юҡ. Яҡтар яҡын арала көнсығыш факультет менән М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт теле кафедраһы СПбДУ студенттары өсөн башҡорт телен уҡытыуҙың берлектәге программаһын әҙерләй башлаясағы тураһында һөйләшеп килеште.
Әйткәндәй, бөгөн СПбДУ-ның көнсығыш факультетында 30-ҙан ашыу белгеслек буйынса 600-ләп студент уҡый, дүрт йыллыҡ бакалаврҙар әҙерләү программаһы һәм ике йыллыҡ магистратура программаһы бойомға ашырыла. Уҡыу программаһында мотлаҡ ике көнсығыш һәм бер көнбайыш телде өйрәнеү ҡаралған. Теоретик курстар тарих, әҙәбиәтте өйрәнеү, лингвистика, этнография, динде өйрәнеү дисциплиналарын солғап алған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика