Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
0
98.56
0
82.82
-0.85
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ғинуар 2010, 12:57

Башҡорт йәмғиәтенең алтын терәге

Кисә, 26 ғинуарҙа, Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә академик Марат Тәлғәт улы Аҙнабаевтың “Медицина терминдарының русса-башҡортса аңлатмалы һүҙлеге” һәм “Күҙ ауырыуҙары атласы” исемле китаптарының исем туйы үткәрелде.
Мәҙәни сарала табиптар һәм тел белгестәре, һүҙлек төҙөүҙә ярҙамлашҡан Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, доцент В.З. Ғүмәров менән Фәндәр академияһының тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Н.Ф. Суфиянова ла ҡатнашты.
Атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре - медицина фәндәре докторы, профессор М.А. Нартайлаков менән филология фәндәре докторы, профессор Э.Ф. Ишбирҙин ғилми хеҙмәткә баһалама биргән. Русса һүҙҙәр исемлеге башлыса өс томлы “Энциклопедический словарь медицинских терминов” (М., 1984) китабына нигеҙләнеп ҡорола. Мөһим терминдарҙың латинса тәржемәләре, башҡортсаһында һуңғы йылдарҙа ғилми әйләнештә ҡулланылған яңы варианттары алынған.
Мәҙәни сара Башҡорт дәүләт медицина университетының күҙ ауырыуҙары кафедраһы ассистенты, медицина фәндәре кандидаты Светлана Әүхәҙи ҡыҙының Марат Тәлғәт улы Аҙнабаевтың тормошо һәм ижад юлы менән таныштырыуынан башланып китте.
Марат Тәлғәт улы бығаса 1935 йылда 10 мең терминдан торған “Русско-латинско-башкирские медицинские термины” (яуаплы мөхәррирҙәре М. Мөхәммәтов, Х. Әбдрәшитов) һәм 1990 йылда В.З. Ғүмәров төҙөгән “Краткий медицинско-гигиенический словарь”ҙең нәшер ителеүе, уларҙың бәләкәй күләмле, әммә фән өсөн әһәмиәтле булыуҙарын, хәҙер инде бик һирәк осраусы китаптар рәтендә йөрөүен билдәләп үтте һәм һүҙлекте төҙөү өсөн ойошторолған редколлегия ағзаларын нисек йыйыуы, ғөмүмән, һүҙлек структураһын нисек төҙөүе хаҡында ҡыҫҡаса таныштырып үтте.
Сәнғәт академияһы профессоры Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов һүҙлектең Башҡортостан хөкүмәте янындағы “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында”ғы законды тормошҡа ашырыу комиссияһы тарафынан хуплау табыуын белдерҙе һәм төрки донъяһында берҙән-бер һүҙлек булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Профессор Фәнүзә Айытбай ҡыҙы фекеренсә, һүҙлеккә индерелгән 30 мең һүҙҙең аңлатмаһы берәгәйле һәм бер урында ике тапҡыр ҡабатланмай. Был үҙе башҡорт теленең байлығын күрһәтә.
Китапты баһалаусы профессор Эрнест Ишбирҙин, ниндәй генә маһир булмаһын, тел белгесе башҡорт теленең 70 процентын ғына хәтерендә тота, ҡалған 30-ы ситтә ҡала тип, һүҙлектәр төҙөүҙең тел гәүһәрҙәрен һаҡлау өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләне.
Нәсимә Суфиянова русса төҙөлгән терминдарҙы башҡортсаға тәржемә итеүҙә тырышлыҡ күрһәткән. Ул редколлегияның ҙур ойошҡанлыҡ менән эшләүе, етәксенең айырыуса ҡатын-ҡыҙға ҡарата хөрмәте, иғтибарлылығы хаҡында һөйләне; Марат Тәлғәт улына ҡурай бүләк итте.
Яҙыусы, профессор Тимерғәли Килмөхәмәтов һәм Салауат Юлаев исемендә дәүләт премияһы лауреаты, шағир Хәсән Назаров Марат Аҙнабаевтың кешелеклелек, миһырбанлыҡ, илһөйәрлелек һәм телһөйәрлек кеүек шәхсән сифаттарына баҫым яһап, тормоштан аныҡ миҫалдар килтерҙе.
Марат Аҙнабаевтың һабаҡташы, хирург, профессор Марс Тимербулат улы Юлдашев Саха-Якутиянан уны ҡайтартыуы, аспирантураға инергә мәжбүр итеүе , йәғни һабаҡташының кеше яҙмышына вайымһыҙ булмауы тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште.
Марат Тәлғәт улы кисәлә ҡатнашыусыларҙы “Күҙ ауырыуҙары атласы” менән дә таныштырҙы. Атластың авторҙаштары - профессор В.Б. Мальханов һәм медицина фәндәре кандидаты Н.А. Никитин. Атлас анатомия принцибына нигеҙләнгән 9 бүлектән тора һәм унда күҙ ауырыуҙарына ҡағылышлы төҫлө 918, 47 аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәр индерелгән. Текстар рус һәм инглиз телендә бирелә. Офтальмологтар өсөн ҡул аҫтында тоторлоҡ уникаль белешмә был китап.
Китапхана хеҙмәткәрҙәре ҙур экран аша Аҙнабаевтың ғаилә архивынан килтерелгән фотодокументтарҙы күрһәтте. Уның фәнни эшмәкәрлегенә арналған 60-тан ашыу китап һәм журналдан торған күргәҙмәһе белгестәрҙә лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Тамашаны башынан аҙағына тиклем БДУ доценты Фәнзил Бүләк улы Санъяров алып барҙы һәм бүләк ителгән ҡурайҙа уйнап күрһәтте. Фәнүзә Нәҙершина, Марс Юлдашевтарҙың оҙон көйлө йырҙары осрашыуға үтә лә матур төҫ өҫтәп, рухташтарҙы ҡанатландырҙы. Марат Тәлғәт улының төрөксә йырлауын, баянда уйнағанын ишетеп хайран ҡалдыҡ. Башҡорт мәҡәлендәге кеүек, Марат исемле егеткә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ икән. Ғилемле, арҙаҡлы шәхесебеҙҙең тормошо һәм ижады тураһында матур кинофильм эшләргә булыр ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, телевидение бер-ике кадр яһау менән сикләнде. Бында әйтелгән баһаламаларҙың, йылы хәтирәләрҙең республика халҡына тулайым еткерелмәүе беҙҙә, китапханасыларҙа, ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы.
Автор:Миңниса Баһуманова
Читайте нас: