Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.87
0
104.74
0
79.54
+1.49
10+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Декабрь 2009, 17:09

Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы тамамланды

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, уның урынбаҫары – БР мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин, республика йәштәренең иң сағыу һәм талантлы вәкилдәре, ҡала һәм райондар хакимиәт башлыҡтары, йәштәр бүлектәре начальниктары, Башҡортостан предприятиелары һәм учреждениелары етәкселәре һәм белгестәре дүшәмбе, 21 декабрҙә, Конгресс-холда йыйылды. Бында Башҡортостанда Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылын ябыу тантанаһы үтте. Әммә бында ҡатнашыусылар билдәләүенсә, ултырышта, дөрөҫөрәге, йылды япманылар, ә йомғаҡ яһанылар һәм киләсәккә пландар билдәләнеләр.
— Рәсәйҙә Йәштәр йылы һәм республикабыҙҙа Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы йәмғиәттәге ҡотолғоһоҙ бурыстарҙы хәл итеүгә яңы этәргес бирҙе, — тине БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. Атап әйткәндә, ул, үҙе әйтеүенсә, йәштәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү кеүек иң мөһим темаға туҡталды. Әйтергә кәрәк, был йүнәлештә Башҡортостанда ҙур эш башҡарылды. Мәҫәлән, быйыл ғына 850 йәш ғаилә федераль һәм республика бюджеттарынан йәш ғаиләләргә ярҙам программаһына ярашлы ярҙам алды. 285 — «Ауылдың социаль үҫеше» программаһы буйынса үҙ торлаҡ шарттарын яҡшыртты, ә «Үҙ йортом» программаһына ярашлы төҙөлгән 669 килешеүҙең 453-ө йәш ғаиләләргә тура килә. Программаны тормошҡа ашырыу барышында бөтәһе 10 меңдән ашыу йәш ғаилә дәүләт ярҙамының төрлө формалары менән файҙалана алды. Был йүнәлештә эш киләһе йылда ла дауам иттереләсәк. Бында төп баҫым аҙ ҡатлы йорттар һәм социаль торлаҡ төҙөлөшөнә яһала.
«Дәүләт йәштәр сәйәсәте тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законы БР Президенты Мортаза Рәхимов инициативаһы менән 1991 йылда уҡ ҡабул ителгәйне. Һуңғы йылдарҙа «Башҡортостан йәштәре» Президент программаһы, «Йәштәр – Башҡортостан Республикаһының стратегик ресурсы» Концепцияһы һәм әүҙем йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың нигеҙе булып торған башҡа норматив-хоҡуҡи акттар уңышлы тормошҡа ашырыла.
Хәҙерге ваҡытта, Раил Сарбаев билдәләүенсә, төп йүнәлештәрҙең береһе булып кадрҙар эше тора.
Йәштәр йылындағы иң мөһим ваҡиғалар тураһында һөйләп, Раил Сарбаев шулай уҡ, Зворыкин премияһы алыу хоҡуғына Бөтә Рәсәй инновацион конкурсы сиктәрендә Башҡортостан вәкилдәре әҙерләгән туғыҙ проект Рәсәй буйынса иң яҡшылар иҫәбенә инде, тип хәбәр итте. Улар иҫәбендә — туриндустрия, медицина, нефть табыу һәм масс-медиа өлкәһендә инновацион проекттар. Проекттарҙың ҡайһы берҙәре инвестицион партнерҙар тапты ла инде, шул иҫәптен сит ил венчур компаниялары араһында ла. Ә Лилия Анисимованың «Тирә-яҡ мөхитте экологик хәүефле ксенобиотиктарҙан таҙартыу өсөн биопрепарат» проекты өс Зворыкин премияһы еңеүсеһенең береһе тип танылды.
Республиканың йәш ғалимдарын һәм йәштәр ғилми коллективтарын республика кимәлендә лә дәртләндерәләр. Уларға Дәүләт йәштәр премиялары, гранттар, исемле стипендиялар тапшырыла.
Раил Сарбаев, физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә әүҙем йәлеп итеп, йәштәрҙең сәләмәтлеген нығытыуҙы ла мөһим бурыс тип атаны.
Дөйөм алғанда, төбәктә Йәштәр йылы уңышлы үтте, тип танылды. Ултырыш биш номинация буйынса Башҡортостандың иң яҡшы муниципаль берәмектәре хакимиәттәрен наградлау менән тамамланды. Республика предприятиелары етәкселәренә йәштәр менән эште сифатлы итеп ойошторғандары өсөн Хөрмәт грамоталары һәм дипломдар тапшырылды.
Автор:Эльмира Сабирова
Теги:йәштәр
Читайте нас: