10:06 (UTC+5), 24 Ноября 2009

Башҡортостанда “Балалар һәм йәштәр матбуғаты” аҙналығы үтәсәк

Любовь Колоколова
30 нобрҙән 6 декабргә тиклем республикала “Балалар һәм йәштәр матбуғаты” аҙналығы үтәсәк. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат эштәре, нәшриәт һәм полиграфия буйынса идаралыҡ мәғариф министрлығы менән берлектә ойоштора.
Акцияның төп маҡсаты – балалар һәм йәштәр баҫмаларын пропагандалау, уҡыусы йәштәр араһында гәзит-журналдарға яҙылыуҙы әүҙемләштереү, уҡыу мәҙәнилеген күтәреү.
Акция сиктәрендә уҡыу йорттарында класс сәғәттәреһәм мәктәп уҡыусыларының республика, район һәм ҡала гәзиттәре, журналдары вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәреү ҡаралған.
Акцияның девизы – “Һәр уҡыусыға – бер республика гәзите, бер республика журналы!”
Бөгөн республикала рус, башҡорт, татар телдәрендә өс йәштәр гәзите (“Молодежная газета”, “Йәшлек”,“Өмөт”), балалар һәм үҫмерҙәр өсөн башҡорт һәм татар телдәрендә гәзит һәм журналдар (“Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат”,“Әллүки”), башҡорт һәм татар телдәрендә йәштәр өсөн ике журнал(“Шоңҡар”, “Толпар” сыға.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика