17:21 (UTC+5), 19 Ноябрь 2009

Намыҫлы хеҙмәт өсөн лайыҡлы наградалар

Эльмира Сабирова
Бөгөн Республика йортонда тағы ла 65 кеше һөнәрҙәре буйынса иң яҡшылар исемлеген тулыландырҙы.
– Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүеселәргә мин оло ҡыуаныс менән дәүләт наградалары тапшырам,– тине Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов.– Һәр бер награда – ул һеҙҙең республика именлеге хаҡына намыҫлы һәм тырыш хеҙмәтегеҙ. Ҡулда эш янып торһа, бер ниндәй ҙә көрсөк һиҙелмәй ул. Беҙҙең төбәктең бөтә ҡаҙаныштары һәм уңыштары һеҙҙең намыҫлы хеҙмәтегеҙгә бәйле.
Иглин районы хакимиәте башлығы Ришат Исхаҡовҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһын тапшырып, республика башлығы былай тине:
– Һуңғы йылдарҙа Иглин районында ыңғай үҙгәрештәр байтаҡ булды. Был районды бөтә яҡлап, ауыл хужалығы буйынса ла, социаль тармаҡты алғанда ла, башҡаларға өлгө итеп ҡуйырға була. Улар тик ултырырға яратмай, эксперименттарҙан да ҡурҡмайҙар. Күптән түгел “инглиз газондары” менән шөғөлләнә башланылар. Бының өсөн Канада белгестәрен йәлеп иттеләр. Иң ҡыҙыҡлыһы шул: эш йәнләнде бит, газондарға бөгөн һорау юғары.
Ришат Исхаҡов, үҙ сиратында, республика башлығына даими ярҙам күрһәтеүе һәм аңлап тороуы өсөн рәхмәт белдерҙе:
– Республика етәкселеге иғтибарынан, ауыл хужалығы булһынмы ул, сәнәғәтме, социаль өлкәме, бер тармаҡ та, ситтә ҡалмай. Был йәһәттән бер ҙә зарланырлыҡ түгел. Быйыл беҙ заманса төҙөлгән ҙур китапхананы файҙаланыуға тапшырҙыҡ, бөгөн, мәҫәлән, айырыуса йәштәр өсөн кәрәкле объект – йөҙөү бассейнын төҙөүҙе тамамлап киләбеҙ. Кешеләрҙең эшләү, эш хаҡы алыу , матур итеп йәшәү мөмкинселеге бар, ә был иң мөһиме.
Наградаларҙы тапшырғандан һуң, республика башлығы урындарҙа эштәрҙең барышы тураһында һораша. “Өфө” халыҡ-ара аэропорты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәт туҡланыуы һәм сауҙа комплексы директоры урынбаҫары Валерий Погодин, Президент ҡулынан Почет грамотаһы алғандан һуң, пассажирҙар менюһына башҡорт милли аштарын индерә башлауҙары хаҡында әйтеп үтте.
Төрлө тармаҡтарҙа эшләгән 44 хеҙмәт алдынғыһы атҡаҙанған исемдәренә лайыҡ булды.
1997 йылдан инвалид коляскаһына бәйле БР атҡаҙанған уйлап табыусыһы Виктор Лаврентьев инвалидтар өсөн пандустар эшкәртәмәләре менән шөғөлләнә.
– Республиканың ижади ҡеүәте һәр ваҡыт юғары кимәлдә булды, – тине ул. – Ә кешеләр, уларҙың хеҙмәте һеҙҙең иғтибарығыҙҙан бер ҡасан да ситтә ҡалмай. Был бик мөһим. Наградалар миңә лә, минең эргәлә эшләгән иптәштәремә лә өҫтәмә көс бирә, дәрт уята.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика