Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.96
-0.95
91.92
-0.99
62.72
+0.57
11+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2009, 11:03

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары һәм уҡытыусылары өй туйлай

Баш ҡалала Өфө дәүләт нефть техник университетының 3-сө дөйөм ятағы капиталь ремонттан һуң файҙаланыуға тапшырылды.
Был механика факультетының 38 йыл элек төҙөлгән ятағына күптән инде капиталь ремонтлау талап ителә ине. Иҫке ятаҡтың нигеҙен һәм стеналарын ғына ҡалдырып, бина тулыһынса яңыртылды.
Ремонт эштәренә һәм йыһаз һатып алыуға Рәсәй Федерацияһы бюджетынан 65,6 миллион һум бүленде. Бинаның дөйөм майҙаны – 4850 квадрат метр, торлаҡ өлөшө – 2790 квадрат метр. Дөйөм ятаҡ 400 мең кешегә иҫәпләнгән. Биш ҡатлы бинаның беренсе ярусында администрация урынлашҡан, ҡалған дүрт ҡатта – торлаҡ бүлмәләр, уларҙа ике – дүртешәр кеше йәшәйәсәк.
Студенттарҙың торлаҡ йортоноң ни тиклем уңайлы булыуын Башҡортсотан Президенты Мортаза Рәхимов баһаланы. Ысынлап та, йәшәү шарттары бында һәйбәт: таҙа, йылы, бөтә бүлмәләрҙә лә интернет үткәрелгән, өр-яңы йыһаз, һыуытҡыстар. Бәләкәй генә спорт залы, уҡыу бүлмәләре, балаларын күрергә килеүсе ата-әсәләр өсөн ҡунаҡ бүлмәләре лә бар.
– Лекцияларҙан һуң ял итеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған, – тип шатлыҡтарын йәшермәй өй туйлаусылар.
Студенттарҙы матур ваҡиға менән ҡотлап, Мортаза Рәхимов бындай сараларҙа ҡыуанып ҡатнашыуын белдерҙе һәм үҙенең студент йылдары хәтирәләре менән бүлеште:
– Мин киске бүлектә уҡыным. Ул саҡта, әлбиттә, шарттар бөгөнгө менән сағыштырырлыҡ түгел ине. Һеҙҙең Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының лайыҡлы граждандары булыуығыҙ өсөн бөгөн барыһы ла эшләнә.
Нефть университеты ректоры Айрат Шаммазов һөйләүенсә, 15 йыл эсендә вуз ҡаласығы танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Уҡытыусылар өсөн торлаҡ йорттар, алты ятаҡ, ете уҡыыу корпусы, профилакторий, нефть университеты йәштәре һарайы бар бөгөн. Уҡыу йортоноң үҫешенә уның элекке уҡыусыһы Мортаза Рәхимов тос өлөш индерҙе.
Был көндө 5 йәш ғаилә – юғары уҡыу йорто уҡытыусылары ла өй туйланы. БР Йәштәр башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылында вуз администрацияһы уларға фатир тибындағы бушлай торлаҡ бирергә ҡарар итте. Бәхетле өй туйлаусыларға асҡыстарҙы республика башлығы тапшырҙы.
Нефть һәм газ технологияһы кафедраһы доценты, ӨДНТУ-ның йәш ғалимдары советы рәйесе Олег Баулин ике бүлмәле фатирҙың хужаһы булды.
– Республика стипендиялары, дәүләт гранттары, сит илдәрҙә стажировкалар – быларҙың барыһы ла беҙҙең өсөн эшләнгәндең бәләкәй генә өлөшө. Миңә башҡа төбәктәрҙә йыш булырға тура килә, ләкин беҙҙәге кеүек йәштәр тураһында хәстәрлек бер ҡайҙа ла күрелмәй. Үҙ фатирыңдың асҡысын алыу – көтөлмәгән бүләк, хыялдарҙың тормошҡа ашыуы бит ул.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас: