11:40 (UTC+5), 30 Октября 2009

Мәләүездә “Матбуғат байрамы” уҙҙы

Любовь Колоколова
Хәҙерге заманда журналист ҡәләме нисек булырға тейеш, баҫма матбуғат сараларының йөкмәткеһе ниндәй булырға тейеш? – Мәләүез ҡалаһында үткән матбуғат байрамында ҡатнашыусылар тап ошо хаҡта һөйләшеү алып барҙы.
Сираттағы “Матбуғат байрамын” БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Башҡортостандың Журналистар союзы һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе, БР буйынса Федераль почта элемтәһе идаралығы ойошторҙо.
Урындағы мәҙәниәт йортоноң фойеһында республикабыҙ матбуғат баҫмалары үҙҙәренең гәзит-журналдарын теҙеп һалған, уҡыусыларын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙеләр, һәр баҫма эш йүнәлеше, тематикаһы менән таныштырҙы. Ә эргәләге залда Мәләүез ҡалаһы предприятиелары - кирбес заводтары, ағас эшкәртеү комбинаты, “Эколайн” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, шәкәр заводы, һөт-консерва, “Мәләүез ит комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Клен” компанияһы, “Һыра сауҙа йорто” йәмғиәте һәм башҡалар – үҙ продукциялары күргәҙмәһен асҡайны.
Байрамдың пленар өлөшөндә ҡотлау һүҙендә район хакимиәте башлығы Малик Вахитов осрашыуға килгән республика матбуғат баҫмаларының баш мөхәррирҙәрен, билдәле журналистарҙы тәбрикләне, төбәк яңылыҡтары менән таныштырҙы, райондың социаль-иҡтисади өлкәһенә байҡау яһаны.
– Байрамдың Мәләүез ерендә үтеүе юҡҡа түгел, сөнки республика матбуғат баҫмаларын күпләп алдырып уҡыусылар тап ошо яҡтарҙа йәшәй һәм эшләй, - тине БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Артур Иҙелбаев.– Иң мөһиме, төбәк етәкселәре ярҙамдан мәхрүм итмәй, хеҙмәттәшлеккә юл асылған.
Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға ике айлап ваҡыт ҡала. Эштәр күп әле. Әйтәйек, декабрь айында Балалар һәм үҫмерҙәр матбуғаты аҙналығы үтәсәк һәм ул “Һәр уҡыусыға – берәр гәзит һәм журнал” тигән девиз аҫтында ойоштороласаҡ. Ноябрҙә “Милли матбуғат аҙналығын” уҙғарыу планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика