Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
96.06
+1.19
105.31
+0.56
79.41
-1.52
20+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Октябрь 2009, 12:03

БР Президенты һәм Өфө хакимиәте башлығы стипендиялары тапшырылды

Рәсәй Федерацияһында Йәштәр йылы, ә Башҡортостан Республикаһында Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы тамамланып бара. Әммә был йыл тамамланыу менән йәштәр тураһында хәстәрлек туҡтаясаҡ, тигәнде аңлатмай.
Киреһенсә, республикабыҙҙа йәштәр сәйәсәтенә ҙур иғтибар бирелә. Йәштәр эштәре буйынса дәүләт һәм муниципаль органдар уңышлы эшләй. Дәүләт йәштәр сәйәсәте, йәш ғаиләләргә, балалар, үҫмерҙәр, йәштәр клубтары һәм үҙәктәре эшмәкәрлегенә ярҙам күрһәтеү тураһында закондар эшләнгән. "Йәштәр — Башҡортостан Республикаһының стратегик ресурсы" балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәтен һәм гражданлыҡ әүҙемлеген үҫтереү концепцияһы раҫланған. "Башҡортостан йәштәре" Президент программаһы, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы республика программаһы тормошҡа ашырыла. Йәштәр йәмәғәт палатаһы ойошторолдо. Башҡарма власть органдарының һәм йәмәғәт ойошмаларының йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса эшмәкәрлеген килештереү яйға һалынды.
Һәләтле йәштәргә ҙур иғтибар бирелә. Айырыуса һәләтле мәктәп һәм балалар музыка, сәнғәт мәктәптәрендә уҡыусыларға республика Президенты стипендиялары түләнә. Сираттағы тантаналы сара Ҡала мәҙәниәт һарайында үтте.
Төрлө олимпиада һәм конкурстарҙа еңеүселәрҙе Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов тәбрикләне:
– Изге традиция буйынса беҙ уҡыуҙа һәм йәмәғәт тормошонда юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән баларарҙы исемле стипендия менән дәртләндерәбеҙ. Өфө хакимиәте башлығының исемле стипендиялары һәләтле йәштәрҙе яҡлауға, уларҙың сифатлы белем алыуға ҡыҙыҡһыныуын арттырыуға йүнәлтелгән. Беҙ яҡшы уҡыу һәм ижад өсөн тейешле шарттар булдырһаҡ, һеҙҙән иһә яңынан-яңы уңыштар көтәбеҙ. Йылдан-йыл айырыуса һәләтле йәштәрҙең артыуы ҡыуандыра.
Был юлы Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаттары иҫәбенә ҡала мәктәптәре һәм гимназияларынан иң һәләтле 7 уҡыусы , тағы ла 20 мәктәп уҡыусыһы һәм 20 музыка һәм сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Өфө хакимиәте башлығы стипендиаттары иҫәбенә индерелде. Йәш ғалимдар, шағирҙар, музыкант һәм рәссамдарҙың уңыштары юғары. Уларҙың һәр береһен йәштәрҙең интеллектуаль, ижади элитаһы вәкиле, тип атарға була.
Мәҫәлән, 68 -се мәктәп уҡыусыһы Шамил Әсфәндиәров, үҙенең йәш булыуына ҡарамаҫтан, төрлө конкурстар һәм форумдар лауреаты булып өлгөргән. Бөтә Рәсәй “Ер планетаһында Кеше” уҡыу-тикшеренеү проекты дипломына лайыҡ булған, “Фән өлкәһендә тәүге аҙымдар” балалар конкурсында беренсе дәрәжәле дипломы менән бүләкләнгән. Фән өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн “Айырыуса һәләтле бала” миҙалы менән наградланған. “Айырыуса һәләтле балалар – Рәсәйҙең киләсәге” энциклопедияһында ҡатнашыусыһы ул.
Автор:Рәфил Сәхәбутдинов
Читайте нас: