12:37 (UTC+5), 27 Октябрь 2009

Өфө районында “Матбуғат байрамы” үтте

Любовь Колоколова
Бөгөн Өфө районының Алексеевка ауылында “Матбуғат байрамы” үтте, уны БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Башҡортостандың Журналистар союзы һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе ойошторҙо.
“Матбуғат байрамы”нда БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Башҡортостан Журналистар союзының үҙәк зона берләшмәһен тәшкил иткән райондар (Бөрө һәм Благовещен ҡалалары, Ауырғазы, Архангел, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Өфө, Шишмә райондары) хакимиәттәре вәкилдәре, мәктәп директорҙары, балалар баҡсалары, элемтә бүлексәләре мөдирҙәре ҡатнашты.
Шулай уҡ “Матбуғат байрамы”на БР Федераль почта элемтәһе идаралығы – “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы вәкилдәре, республика гәзит һәм журналдары, ҡала, берләшкән һәм район киң мәғлүмәт саралары мөхәрририәттәре етәкселәре, партнерҙар килгән. Журналистар форумында өс йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Сараның төп маҡсаты – халыҡҡа Башҡортостанда сығарылған күп һанлы матбуғат баҫмалары хаҡында мәғлүмәт биреү, яҙылыусылар һанын арттырыуға булышлыҡ итеү. Мәҙәниәт йортонда гәзит һәм журналдарға яҙылыу алып барылды. Һәр бер яҙылыусыға иҫтәлекле бүләктәр бирелде. Әйткәндәй,“Уфимские нивы” гәзите мөхәрририәте стенды ҙур ҡыҙыҡһындырыу уятты. Район тормошо, уның халҡы тураһында мәғлүмәт бай ҙа, фәһемле лә ине.
Күргәҙмә менән БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Эдуард Юлдашев, Өфө районы муниципаль районы башлығы Владимир Незнанов танышып сыҡты.
— Күргәҙмә матур биҙәлгән, йөкмәткеле , — тине Эдуард Юлдашев. — республика полиграфия тарихы ла бай бит. Шуға ла беҙ республикала полиграфия музейы ойошторорға планлаштырабыҙ.
Идаралыҡ начальнигы бөгөнгө матбуғат байрамына иң ҙур берләшмә вәкилдәре йыйылыуын әйтеп үтте. Гәзит- журналдарға яҙылыу кампанияһы иҡтисади көрсөк шарттарында бара, редакциялар өсөн стратегик бурыс – тираждарҙың кәмеүенә юл ҡуймау, тине ул.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика