Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.64
0
98.84
0
75.99
+1.94
-28 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2009, 17:35

Аспиранттар араһында ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсы башлана

22 сентябрҙән БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, БР Фәндәр академияһы һәм Гуманитар тикшеренеүҙәр институты республика фәнни ойошмалары һәм вуздары аспиранттарының ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсын үткәрә. Уның маҡсаты - көндөҙгө бүлектә уҡыған, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнгән 30 йәшкә тиклемге аспиранттарға ярҙам итеү. Конкурс техник, тәбиғи һәм гуманитар йүнәлештәр буйынса үткәрелә.
Эштәр 1 октябргә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 28-се бүлмә адресы буйынса ҡабул ителә. Бөтә һорауҙар буйынса 251-57-23 телефоны аша мөрәжәғәт итергә.
Конкурс икенсе йыл рәттән үткәрелә. Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса Альберт Халиков, Ольга Кузьмина, Александр Мичурин, Ирина Шерсткова еңеүселәр булды.
Автор:Эльмира Сабирова
Читайте нас в