11:32 (UTC+5), 29 Июля 2009

Өфөнөң Орджоникидзе районында ярты йылда 12 игеҙәк тыуҙы

Любовь Колоколова
Быйыл тәүге ярты йыллыҡта Өфөнөң Орджоникидзе районы ЗАГС-ына дүрт меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт итте. Бүлек хеҙмәткәрҙәре айына уртаса 180 сабый тыуыуын, 72 никах, 30 атайлыҡты билдәләү, дүрт уллыҡҡа алыуҙы, 64 айырылышыуҙы теркәне.
Өфө ҡалаһы ҡала округының Орджоникидзе районы ЗАГС бүлеге начальнигы Людмила Гвоздик әйтеүенсә, беренсе ярты йыллыҡта никахҡа инеү тураһында ғариза биргән 672 парҙан 433-ө рәсми рәүештә ғаилә булып теркәлде. 18 йәштән йәшерәк граждандар араһында өс һәм 16 йәше лә тулмаған үҫмерҙәр араһында ике никах теркәлде. Төрлө сәбәптәр менән 43 пар никахын теркәргә килмәне.
Статистиканан күренеүенсә, айырылышыуҙар кәмене: былтырғы 459 урынына 388. Был парҙарҙан 23 проценты үҙ-ара килешеп айырылышты, суд аша - 77 проценты.
Алты айҙа Орджоникидзе районында 1119 сабый тыуҙы, шуларҙан 590 малай һәм 529 ҡыҙ. Улар иҫәбендә - 12 игеҙәк. Йәш әсәләрҙең 57 проценты беренсе балаһын тапты, 33 проценты - икенсе, ете проценты - өсөнсө балаһын. Дүрт һәм унан күберәк балалары булған ғаиләләр ҙә бар.
ЗАГС бүлеге республика Президентының "Юбиляр ғаилә парҙарын хөрмәтләү тураһында"ғы Указын үтәү буйынса ҙур эш башҡарҙы. Алты айҙа Орджоникидзе районында 60 "алтын" һәм биш "гәүһәр" пар иҫтәлекле бүләктәр һәм төбәк башлығы ҡотлауын алды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика