Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
84.24
+0.8
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Май 2009, 18:12

Федерация Советы журналистар өсөн конкурс үткәрә

РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы йыл һайын үткәрелә торған журналистар конкурсына эштәр ҡабул итә башлауҙары тураһында иғлан итте.
Традицион рәүештә Федерация Советы киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре өсөн өс конкурс үткәрә. "Рәсәй киң мәғлүмәт сараларында Федерация Советы эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртыуға" конкурсында ваҡытлы матбуғат һәм селтәр баҫмалары, радио һәм телепрограммалар редакциялары, шулай уҡ айырым журналистар ҡатнаша ала. Конкурсҡа быйыл баҫылған йәки эфирға сыҡҡан, Федерация Советы эшмәкәрлегенә арналған материалдар ҡабул ителә.
"Киң мәғлүмәт саралары коррупцияға ҡаршы" конкурсы "Коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса комитет" Төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм Рәсәй Журналистар союзы менән берлектә ойошторола. Унда ҡатнашыусы материалдар коррупцияны иҫкәртеү һәм уға сик ҡуйыу мәсьәләләренә арналырға тейеш.
Өсөнсө "Хәҙерге Рәсәй йәштәр күҙлегенән" конкурсы махсус рәүештә йәш журналистарға ярҙам итеү өсөн үткәрелә. Унда йәштәр, юғары уҡыу йорттары, мәктәп баҫмалары авторҙар коллективтары, шулай уҡ журналистика факультеттары студенттары ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың йәше 14 йәштән 30 йәшкә тиклем булырға тейеш. Конкурсҡа йомғаҡ яһау "Йәштәр һәм сәйәсәт", "Йәшәүгә хоҡуҡ", "Белем һәм карьера", "Парламент. ХХI быуат" номинацияларында үткәреләсәк.
Бөтә конкурстарҙа ҡатнашыуға заявкалар 15 декабргә тиклем ҡабул ителә.
Автор:Булат Юлбарисов
Читайте нас: