11:37 (UTC+5), 14 Апреля 2009

Сираттағы "Эш - йәштәргә!" акцияһы үтә

Эльмира Сабирова
15 апрелдә Өфөлә, Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында, "Эш - йәштәргә!" XVII республика йәштәр акцияһы башлана. Уны БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте идаралығы, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы, Республика йәштәрҙе эшкә урынлаштырыуға ярҙам итеү үҙәге, Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге һәм Башҡортостандың Студенттар хеҙмәт отрядтары штабы ойоштора.
Сараның төп бурыстары: эшһеҙ йәштәр һанын кәметеү, уларҙың хеҙмәт инициативаларын тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу, уҡыусыларҙы ваҡытлыса эшкә урынлаштырыуҙы ойоштороу, йәштәргә дәүләт органдарының һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса учреждениеларҙың эшмәкәрлеге тураһында хәбәр итеү.
Акцияла бөтә милекселек формаһындағы предприятиелар, учреждениелар һәм ойошмалар ҡатнаша.
Акция сиктәрендә йәштәр эш табыу ғына түгел, эшкә урынлашыу мәсьәләләре буйынса юридик консультация ла ала аласаҡ.
"Эш - йәштәргә!"акцияһы республиканың бөтә ҡалаларында һәм райондарында үтәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика