

Өфө хакимиәтендә яңы эштәр идарасыһы итеп Асҡар Батталов тәғәйенләнде. «Өфө мөхите» оператив кәңәшмәһендә кадрҙар үҙгәреше тураһында ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников белдерҙе.
Асҡар Марат улы 1987 йылда Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған. 2008-2019 йылдарҙа бер нисә сәнәғәт предприятиеһында эшләй. Һуңынан Дим районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, ҡаланың йәшәйеште тәьмин итеү идаралығы етәксеһе, инновация-производство үҙәгенең башҡарма директоры була. 2024 йылдың майынан Өфө мэрияһының ҡулланыусылар баҙары, туризм һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығы етәксеһе вазифаһын биләй.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.