Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.23
0
92.09
0
60.79
-0.06
-24 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
30 Декабрь 2025, 15:08

Путин хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Рәсәй президенты Владимир Путин 2026 йылда Рәсәй Федерацияһы граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм саҡырылыш буйынса хеҙмәт иткән граждандарҙы хәрби хеҙмәттән бушатыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

2026 йылдың 1 ғинуарынан 31 декабренә ҡәҙәр запаста булмаған һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейешле 18 йәштән 30 йәшкә тиклемге 261 000 кеше хеҙмәткә саҡырыла.

Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт итеү ваҡыты тамамланған һалдаттарҙы, матростарҙы, сержанттарҙы һәм старшиналарҙы хәрби хеҙмәттән бушатыу күҙ уңында тотола.

Рәсәй хөкүмәтенә, илебеҙ субъекттарының башҡарма органдарына һәм саҡырыу комиссияларына хәрби хеҙмәткә саҡырыуға бәйле сараларҙы үтәү бурысы йөкмәтелде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-12-29/putin-podpisal-ukaz-o-prizyve-na-voennuyu-sluzhbu-4524741

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас