

Учалыла яңы хакимиәт башлығы тәғәйенләнде. Вадим Садиҡов икенсе тапҡыр ҡала мэры итеп һайланды, тип хәбәр иттеләр муниципалитеттың матбуғат хеҙмәтенән. Ҡарар ҡала депутаттары Советының 11-се ултырышында ҡабул ителде. Вакантлы вазифаға конкурс еңеүсеһе менән контрактҡа ҡала советы рәйесе Айгөл Ғимазетдинова ҡул ҡуйған.
«Башинформ» яҙғанса, Вадим Надим улы Садиҡов Силәбе агроинженер университетын тамамлаған. 2008 йылдан «Учалыйылылыҡсервисы» йәмғиәтендә – инженер-энергетик, 2013 йылдан «Таусы «Боҙ аренаһы»ның баш инженеры була, ә 2017 йылда ошо учреждениеның етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Бишенсе саҡырылыш ҡала советы депутаты итеп һайлана. Өйләнгән, өс бала тәрбиәләй.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.