10:11 (UTC+5), 25 Декабря 2025

Башҡортостан Башлығы Мәскәүҙә милли проекттарҙы бойомға ашырыу тураһында сығыш яһаны

Федераль хөкүмәттә төбәк үҫеше буйынса комиссия эшләй.

Фото: Радий Хәбировтың ТГ-каналы / социаль селтәрҙәр
Элина Әхмәтова

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Мәскәүҙә эшләүен дауам итеүе, әле төбәк үҫеше буйынса хөкүмәт комиссияһы президиумы ултырышында ҡатнашыуы хаҡында яҙып сыҡты. Ул уның етәксеһе вице-премьер Марат Хөснуллинға республиканың милли һәм федераль проекттарҙа ҡатнашыу һөҙөмтәләре тураһында хәбәр итте. 

«Бындай кәңәшмәләр даими үткәрелә. Ошо мөһим ҡорал төбәктәрҙе үҫтереү буйынса стратегик һәм ағымдағы мәсьәләләрҙе оператив хәл итергә мөмкинлек бирә. Коммуналь инфраструктураны төҙөкләндереү, яңыртыу, юлдар ремонтлау һәм һалыу, торлаҡ һәм социаль объекттар төҙөү — былар барыһы ла Президенты һәм хөкүмәте ярҙамынан тыш мөмкин булмаҫ ине. Ошондай етди ярҙам менән республиканың иҡтисады һәм социаль өлкәһе ландшафтын үҙгәртәбеҙ. Шуның өсөн бик рәхмәтлебеҙ», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Республикала 12 милли проекттың 42 федераль программаһын тормошҡа ашырыуҙың яҡынса йомғаҡтары тураһында бығаса хәбәр иткәйнек: 50 миллиард һумға финансланған, декабрь уртаһына 90% ашыуы үтәлгән.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-12-25/glava-bashkirii-dolozhil-o-realizatsii-natsproektov-v-moskve-4520910

Радий Хәбировтың ТГ-каналы / социаль селтәрҙәрРадий Хәбировтың ТГ-каналы / социаль селтәрҙәр
Фото: Радий Хәбировтың ТГ-каналы / социаль селтәрҙәр
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Форматтар
Телефон
(347) 250-05-07
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика