Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
+1.16
91.98
+0.6
62.51
+0.52
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Декабрь 2025, 15:11

Башҡортостандың район башлығы – «Йәштәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй премияһы еңеүсеһе

Башҡортостан хөкүмәте / видеонан стоп-кадр
Фото: Башҡортостан хөкүмәте / видеонан стоп-кадр

Краснокама районы хакимиәте етәксеһе Алексей Горбачев «Йәштәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй премияһының 10 финалсы иҫәбенә инде. Был хаҡта республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөйләне.

Билдәле булыуынса, яҡташыбыҙ Грозный, Екатеринбург, Пермь һәм илдең башҡа ҙур ҡалалары мэрҙары менән бер рәттән «Йәштәр лидеры» номинацияһында иң яҡшыларҙың береһе тип танылды.

«Афарин, тибеҙ», — тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Хәбиров.

Халыҡтың тауыш биреү һөҙөмтәләре һәм жюри ҡарары 20 декабрҙә Мәскәүҙә «Рәсәй» милли үҙәгендә бүләкләү тантанаһында иғлан ителде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-12-22/glava-rayona-bashkirii-stal-pobeditelem-vserossiyskoy-premii-vremya-molodyh-4516827

Автор: Иван Вавилов
Читайте нас