Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.23
0
92.09
0
62.51
+0.52
-19 °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Декабрь 2025, 13:18

Рәсәйҙә туҡталыштарҙа тәмәке һатыу тыйылды

Дәүләт Думаһы икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа йәмәғәт транспорты туҡталыштарында вейп һәм тәмәке һатыуҙы тыйған закон ҡабул итте.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин билдәләүенсә, йәмәғәт транспорты туҡталыштары — халыҡ күп йыйылған урындар. Унда вейп һәм тәмәке һатыу халыҡты, «тәү сиратта сиратта йәштәрҙе» үҙенә йәлеп итеп тора. Бынан тыш, пассив тәмәке тартыу хәүефе арта. Был бигерәк тә балалар, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарп һәм хроник сирлеләр өсөн зыянлы.

 «Ҡабул ителгән закон менән йәмәғәт транспорты туҡталыштарында тәмәке йәки никотинлы продукция, шул иҫәптән вейптар, кальяндар һатыу тыйыла», — тип белдерҙе Вячеслав Володин һәм бындай ҡарарһың граждандарҙың һаулығын яҡлауға йүнәлтелгәнен билдәләне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-12-18/v-rossii-zapretili-prodazhu-sigaret-na-ostanovkah-4512486

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас