

Республика Башлығы хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары вазифаһына Данияр Абдрахманов тәғәйенләнде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо турала белдерҙе.
– Данияр Мәүлийәр улын яҡшы беләһегеҙ, таныштырырға кәрәкмәй, һеҙгә уңыштар теләйбеҙ! – тине Радий Хәбиров.
Данияр Абдрахманов Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры булды, философия фәндәре кандидаты, доцент. Шулай уҡ 2023 йылдың 13 декабрендә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе итеп һайланды.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.