Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.23
0
92.09
0
62.51
+0.52
-19 °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Декабрь 2025, 10:49

Радий Хәбиров Башҡорт теле көнөндә Сорғотта тыуып үҫкән йәш яҡташыбыҙ менән таныштырҙы

Башҡорт теле көнөндә республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сорғотта тыуған, әммә тормошон беҙҙең республика менән бәйләргә теләгән һәм быға һис тә үкенмәгән йәш яҡташыбыҙ хаҡында яҙып сыҡты.

матбуғат хеҙмәте / Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте
Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте

«Таныш булығыҙ, Савелий Функ. Уның әсәһе – Ишембай районынан. Атаһының нәҫелендә башҡорттар, урыҫтар, немецтар булған, тип яҙҙы Радий Хәбиров. — Савелий 4 йәшендә башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнә башлай. Ата-әсәһе уны «Шатлыҡ» ансамбленә бирә. Малай төбәктә уҙғарылған барлыҡ ижади конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Ә 2018 йылда беҙҙең «Байыҡ-2018» республика телевизион конкурсында «Рәсәйҙә башҡорт бейеүен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн» дипломы менән бүләкләнә. Халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнгәндә унда башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыһыныу уяна. Савелий Башҡортостанда йәшәргә һәм уҡырға хыяллана башлай».

Сорғотта Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эшләп килә. Тап ошонда, тарихи-мәҙәни үҙәк ҡарамағындағы йәкшәмбе мәктәбендә, Савелий башҡорт телен өйрәнә башлай. Бер нисә йыл элек төрлө төбәктәрҙә бер нисә шундай үҙәк асылды.

Уҙған йылдың мартында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты үткәргән «Беренсе» олимпиадаһы һөҙөмтәләре буйынса Савелий Функ гимназияға ҡабул ителде. Хәҙер егет 11-се класта уҡый һәм «Аҡ Йондоҙ» ансамблендә бейеү менән шөғөлләнә.

«Савелийға уңыштар теләйем. Араларҙың алыҫлығына ҡарамай, малайҙа туған теленә һәм мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләгән ата-әсәһенә, туғандарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров. — Башҡорт теле көнө менән! Туған телдең, Тыуған илдең ҡәҙерен беләйек!»

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-12-14/radiy-habirov-v-den-bashkirskogo-yazyka-rasskazal-o-malchike-iz-surguta-4506227

Автор: Ләйлә Аралбаева
Читайте нас