Башҡортостандың муниципаль берәмектәр советы мәғлүмәте буйынса, Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына Татьяна Борисовна Зубова тәғәйенләнде.
Бәләбәй районы Бәләбәй ҡала биләмәһе советының сираттағы, ун дүртенсе ултырышында Татьяна Зубова менән контрактҡа ҡул ҡуйылды. Депутаттар тәҡдим ителгән кандидатураны бер тауыштан хупланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Татьяна Зубова 2025 йылдың апреленән Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙы2024 йылдан алып хакимиәт башлығы урынбаҫары – торлаҡ-коммунаь хужалыҡ бүлеге начальнигы булып эшләне.