Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин парламенттың профилле комитетына ирекле формированиеларҙа хеҙмәт итеү ваҡытын эш стажы өсөн пенсия түләүҙәре иҫәбенә индереүҙе күҙ уңында тотҡан закон проектын ҡарауға ебәрҙе.
«Рәсәйҙе яҡлаусылар тиң социаль гарантияларға (шул иҫәптән пенсия тәьминәте йәһәтенән) эйә булырға тейеш. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ирекле формированиеларҙа хеҙмәт итеү ваҡытын эш стажына индереү ғәҙел», – тип парламент спикерының һүҙҙәрен килтерәләр Дәүләт Думаһының рәсми сайтында.
Закон проекты хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең махсус шарттарҙа үткәргән ваҡытын льготалы иҫәпләүҙе күҙ уңында тота. Башланғысты әлеге парламент сессияһы тамамланғансы ҡарау планлаштырыла.
Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостан шифаханаларында 8 меңдән ашыу яугир һаулығын нығытҡан.