Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Болотло
Сәйәсәт
21 Ноябрь 2025, 08:06

Башҡортостанда дини символдарҙы закон кимәлендә яҡлайҙар

25 ноябрҙә республика Дәүләт Йыйылышы ултырышында «Башҡортостан Республикаһында выждан һәм дин тотоу азатлығы тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 3-сө статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон ҡабул итеү планлаштырыла.

Эдуард Кускарбеков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивыЭдуард Кускарбеков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы
Фото:Эдуард Кускарбеков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Ҡоролтайҙа белдереүҙәренсә, закон проекты мәҙәни мираҫ йәки дини тәғәйенләнештәге объекттарҙағы һүрәттәрҙән дини символдарҙы алып ташлауҙы тыйырға тәҡдим итә. Бындай закон Башҡортостандың күп милләтле халҡының тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау өсөн хоҡуҡи нигеҙҙәрҙе нығытасаҡ.

«Закон проекты фотоһүрәттәрҙә, киң мәғлүмәт сараларында, рекламала һәм йәмәғәт киңлегендә православие тәреләрен, мосолман ярым айҙарын һәм башҡа дини символдарҙы «юйыу» практикаһын туҡтатыуға йүнәлтелгән, — тип белдерҙе Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. — Бындай ғәмәлдәр диндарҙарҙың ғына түгел, мәҙәни кешеләрҙең дә хистәрен мыҫҡыл итә».

Уның һүҙҙәренсә, дини символдарға һаҡсыл, ихтирамлы мөнәсәбәт «конфессия-ара тыныслыҡты һәм йәмәғәт татыулығын нығытыуға», Башҡортостан халыҡтары өсөн уртаҡ булған традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.

Бынан алдараҡ Башинформ Рәсәйҙә дини символдарҙы һаҡлау тураһында закон ҡабул ителеүе хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-11-21/v-bashkirii-religioznye-simvoly-zaschityat-na-zakonodatelnom-urovne-4476603

Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас