Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.13
0
95.1
0
64.55
+0.16
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Ноябрь , 18:19

Башҡортостанда Яңауыл районы башлығы алмашынды

Яңауыл районы хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиевтың телеграм-каналы
Фото:Яңауыл районы хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиевтың телеграм-каналы

Салауат Ғилмиев йәнә Яңауыл районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Уны район Советы ултырышында һайланылар. Был хаҡта район хакимиәтенән хәбәр итәләр.

Салауат Ғилмиев быға тиклем контракт ваҡыты тамамланыу сәбәпле хакимиәт башлығы вазифаһынан киткәйне.

Справка:

Салауат Ғилмиев 1967 йылдың 7 декабрендә Яңауыл районының Иҫке Көйөк ауылында тыуған. 1997 йылда Өфө нефть университетын тамамлай, һуңынан БР Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында иҡтисадсыға уҡый. 2009 йылдан алып Яңауыл районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡара. 2023 йылдың 6 октябрендә Салауат Ғилмиев Яңауыл районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-11-06/v-bashkirii-izbrali-glavu-yanaulskogo-rayona-4455484

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: