Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+17 °С
06:31 (UTC+5), 30 Октябрь 2025

Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетен яҡтыртыу варианттарын баһаланы

Белгестәр һуңғы өс варианттың береһен һайларға тейеш.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / glavarb.ru
Азат Ғиззәтуллин

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң «Әр-Рәхим» мәсетен архитектура-художестволы яҡтыртыуҙың өс концепцияһы менән танышты. Баш ҡаланың инвестиция-төҙөлөш комитеты генераль директоры Марат Вәсимов һүҙҙәренсә, бөтәһе ете вариант тәҡдим ителгән, Өфөнөң архитектура советы улар араһынан өсәүҙе һайлап алған.

Уларҙың һәр береһенең йәмиғ мәсетен киске һәм төнгө ваҡытта, шулай уҡ мосолман һәм дәүләт байрамдары көндәрендә яҡтыртыуҙың үҙ варианты бар.

«Беҙ архитекторҙарҙың һәм белгестәрҙең фекерен иҫәпкә алып, бергәләп һайларбыҙ. Әммә иң мөһиме, төҙөлөштө тергеҙеү тураһында ҡарар ҡабул иттек. Аҡсала йөҙәбеҙ, тип әйтә алмайым. Улай түгел. Ләкин ошондай ҡатмарлы осорҙа булған ресурстар менән иң мөһимен эшләйбеҙ — мәсеттә эште бер көнгә лә туҡтатмайбыҙ. Беҙгә төҙөргә лә төҙөргә әле. Марат Вәсфи улы Вәсимовҡа ҙур рәхмәт. Уның тәжрибәһе ҙур, күмәкләп эште аҙағына еткерербеҙ. Бик ҡатмарлы объект. Аллаһ ярҙамы менән башҡарып сығырбыҙ», – тип яуап бирҙе Радий Хәбиров «Башинформ» хәбәрсеһенең һорауына.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, мәсет 2006 йылда төҙөлә башланы. Төҙөлөштө төрлө инвесторҙар финансланы. 2016 йылдың йәйендә эштәр туҡтатылды.

2023 йылдың сентябрендә Башҡортостан Башлығы «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшөн яңынан башлау буйынса эш кәңәшмәһен үткәрҙе. Бынан һуң белгестәр объектты комплекслы тикшерҙе һәм уның торошон баһаланы. 2024 йылдың 10 апрелендә Радий Хәбиров ҡатнашлығында мәсеттә ҡабаттан төҙөлөш эштәре тергеҙелде. 

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-10-29/radiy-habirov-otsenil-varianty-podsvetki-mecheti-ar-rahim-na-v-ezde-v-ufu-4446528

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика