

Радий Хәбиров Түбәнге Новгородта Рәсәйҙең Именлек советы секретары Сергей Шойгу етәкселегендә яғыулыҡ-энергетика комплексы һәм оборона-әсәнәғәт объекттарының хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса кәңәшмә эшендә ҡатнашты. Осрашыуҙа Волга буйы федераль округы субъекттары етәкселәре, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре йыйылды.
«Беҙҙең төп бурыс — күрелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеген тикшереү», — тип мөрәжәғәт итте Сергей Шойгу кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға.
«Оборона-сәнәғәт, яғыулыҡ-энергетика комплекстары предприятиеларын БПЛА-ның террористик һөжүменән һаҡлауҙы тикшерҙек. Сергей Кужугетовичҡа һәм Игорь Анатольевичҡа был эштең республикабыҙҙа нисек ойошторолоуы тураһында һөйләнек.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөжүмдәр һаны арта. Уларға ҡаршы тороу өсөн беҙ тәрән оборона системаһын булдырҙыҡ, ул пассив һәм әүҙем һаҡлауҙы үҙ эсенә алған. Ошо йәһәттән илдең Оборона министрлығы менән әүҙем эшләйбеҙ. Кешеләрҙе яҡлау – төп бурысыбыҙ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.


© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.