
11 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә республиканың төп киң мәғлүмәт сараларының тура эфирында, төбәк етәксеһенең социаль селтәрҙәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнеш була.
Республика етәксеһенә бер нисә ысул менән һорау бирергә мөмкин:
«Бәйләнештә» чат-бот аша: https://vk.me/glavarb_pl_bot
«Класташтар» селтәрендә чат-бот аша: https://ok.ru/group/70000042373707/messages
Башинформ хәбәр иткәнсә, былтыр республика халҡынан 9 меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән, уларҙың яртыһынан күберәге - тура эфир ваҡытында.