Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.89
0
93.38
0
64.73
-0.16
-7 °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Октябрь , 16:04

Радий Хәбиров тура эфирҙа республика халҡының һорауҙарына яуап бирә

скриншот/ Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш
Фото:скриншот/ Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә тура бәйләнеш тураһында әйтте. Журналистар һәм республика халҡы тура эфирҙа һәм социаль селтәрҙәрҙә төбәк етәксеһенә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә ала.

Тура бәйләнеш 11 ноябрҙә киске сәғәт 7-лә башлана, 4 сәғәтуә яҡын бара, тине Башҡортостан Башлығы.

2024 йылда Башинформ Радий Хәбировтың тура бәйләнеш ваҡытында 65 ҡатмарлы һорауға 65 ғәҙел яуап биреүе хаҡында яҙғайны. Тура эфирҙы БСТ телеканалы, «Рәсәй 24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV һәм «Юлдаш» радиостанциялары, шулай уҡ «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә ҡарарға мөмкин ине.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-10-27/glava-bashkirii-v-pryamom-efire-otvetit-na-voprosy-zhiteley-respubliki-4442435

Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: