Өфө хакимиәтенең 41 хеҙмәткәре өйҙән эшләүгә күсерелде. Был хаҡта мэриялағы оператив кәңәшмәлә кадрҙар менән тәьмин итеү һәм муниципаль хеҙмәт идаралығы начальнигы Йәлил Вилданов хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, әлеге сара кадрҙарҙы оптималләштереү менән бәйле түгел. Эш процестарын оптималләштереү бара. Хеҙмәткәрҙәрҙең бер өлөшөн дистанцион форматҡа күсереүҙә чиновниктар Мәскәү өлкәһенең уңышлы тәжрибәһенә таяна.
«Өйҙән эшләү формаһын индереү – хеҙмәт һөҙөмтәлелеген арттырыу һәм һәр хеҙмәткәр тураһында хәстәрлек күреү өсөн стратегик ҡарар. Тәү сиратта, хеҙмәткәрҙәр өсөн – аҡсаны һәм ваҡытты экономиялау, көн һайын эшкә йөрөмәү транспорт сығымдарын айына уртаса өс мең һумға кәметә һәм көнөнә сәғәт ярым ваҡытты экономиялай. Тағы бер ыңғай яғы – бюджетты экономиялау. Атап әйткәндә, биналарҙы тәртиптә тотоуға, шул иҫәптән йыйыштырыуға һәм коммуналь түләүҙәргә сығымдар аҙая. Эш урындарын техника һәм офис мебеле менән тәьмин итеүгә ихтыяж кәмей», – тип билдәләне спикер.
Йәлил Вилданов әйтеүенсә, хеҙмәткәрҙәрҙең барлыҡ хеҙмәт гарантиялары һаҡлана. Шулай уҡ өйҙән эшләү тотош илдән иң яҡшы кадрҙарҙы һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән белгестәрҙе эшкә алырға мөмкинлек бирәсәк.
Дистанцион формат эштең һөҙөмтәлелегенә һәм сифатына йоғонто яһамаҫҡа тейеш, тип билдәләне ҡала мэры Ратмир Мәүлиев. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәргә эш шарттарын булдырырға, мәғлүмәт хәүефһеҙлеген күҙәтеп барырға ҡушты.