Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Башинформ»ға республиканың мәҙәниәт министрлығында тәфтиш идаралығы хеҙмәткәрҙәренең эшләүе һәм ҡулға алыуҙар тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡты.
«Мәҙәниәт министрлығы штат режимында эшләй, барыһы ла эш урындарында, шул иҫәптән мин дә», — тип хәбәр итте министр.
Шишәмбе телеграм-каналдарҙың береһе Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығында баш тәфтиш идаралығы хеҙмәткәрҙәренең эшләүе һәм, йәнәһе лә, мәҙәниәт министрының ҡулға алыныуы хаҡында хәбәр иткәйне.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда бөтәһен дә МХО-ға ебәреүҙәре тураһында хәбәрҙең ялған булыуын яҙғайны.