

Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам мәсьәләһе иң мөһимдәрҙең береһе булып ҡала. Әлеге ваҡытта 140 закон ҡабул ителгән.
Мәҫәлән, бөгөн депутаттар өсөнсө уҡыуҙа Рәсәй Хеҙмәт кодексына һәм айырым закондар сығарыу акттарына СВО яугирҙәренең хеҙмәт хоҡуҡтарын өҫтәмә яҡларға мөмкинлек биргән үҙгәрештәрҙе ҡарай.
Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса уларҙың элекке урында эшләй башлау өсөн өс ай ваҡыты бар — юғиһә эш биреүсе хеҙмәт килешеүен өҙөргә хоҡуҡлы. Әммә ҡайһы берҙә һаулыҡты нығытыу, реабилитация үтеү өсөн күберәк ваҡыт талап ителә. Шуға күрә яңы закон проекты СВО яугирҙәре менән хеҙмәт килешеүенең ғәмәлдә булыу ваҡытын уларҙың ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осоронда оҙайтырға тәҡдим итә.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.