«Хәйерле көн, дуҫтар. Мин Мах мессенджерында үҙ каналымды астым. Яҙылыуығыҙҙы һорайым. Үҙемдең йүнәлештәрем буйынса ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һалырмын!» — тип яҙа Урал Килсенбаев.
Яңы аккаунтында ул мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау өлкәләренән, Башҡортостандың ЮНЕСКО комитеты һәм «Торатау», «Янғантау» геопарктары эшмәкәрлеге тураһында, шәхси тормошонан бер аҙ мәғлүмәт менән уртаҡлашырға вәғәҙә бирҙе.
Max - Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса булдырылған илебеҙ мессенджеры. Бынан алдараҡ Башинформ Башҡортостан Башлығының Max мессенджерында үҙ каналын асыуы тураһында хәбәр иткәйне.