15 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров террорға ҡаршы комиссия һәм оператив штаб ултырышын үткәрҙе. Кәңәшмә эшендә төбәктең көс структуралары, министрлыҡтары һәм ведомстволары, эре сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.
Радий Хәбиров 13 сентябрҙә «Башнефть» компанияһы объекттарына ике пилотһыҙ аппарат һөжүм итеүен иҫкә төшөрҙө.
«Республикала булдырылған БПЛА һөжүменән һаҡланыуҙың ҡатнаш системаһы ярҙамында ауыр эҙемтәләргә юл ҡуйылманы, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Һөжүм предприятиеларҙың эшенә йоғонто яһаманы. Атмосфера һауаһында зарарлы матдәләрҙең рөхсәт ителгән концентрацияһынан артып китеүе теркәлмәгән. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ».
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, сәнәғәт объекттарына һөжүм ваҡытында барлыҡ хеҙмәттәр теүәл һәм оператив эшләгән. Яҡынлашып килгән БПЛА тураһында сигнал алғандан һуң предприятиеларҙа ваҡытында эвакуация үткәрелгән һәм мобиль төркөмдәр пилотһыҙ аппараттарға ҡаршы ут асҡан.
«Быларҙың барыһына ла ҡарамаҫтан, киләсәктә беҙгә предприятиеларыбыҙҙы һөжүмдәрҙән ышаныслыраҡ яҡлауҙы тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар күрергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
Ултырышта ҡатнашыусылар республика сәнәғәт объекттарының именлеген арттырыу буйынса тәҡдимдәрҙе тикшерҙе.