Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+17 °С
11:18 (UTC+5), 15 Сентябрь 2025

Һайлау йомғаҡтары буйынса республикала 13 МХО-ла ҡатнашыусы депутат мандатын алды

15 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә берҙәм тауыш биреү көнөнә йомғаҡ яһалды. Урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлау һөҙөмтәләре тураһында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов хәбәр итте.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты
Әлфиә Әһлиуллина

Республикала бөтәһе 150 һайлау кампанияһы үтте, 239 мандат алмаштырылды. Һайлауҙа 652 кандидат теркәлгән, шул иҫәптән 13 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы.

 — Бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙ округтарында еңеү яуланы, — тип һөйләне Азат Ғәлимханов.

«Башинформ» яҙғанса, яҡынса йомғаҡтар буйынса, Башҡортостанда һайлаусыларҙың 45,6% тауыш биргән. Бөтә кимәлдәге һайлауҙарҙа мандаттар түбәндәгесә: «Берҙәм Рәсәй» — 198 мандат; «Ғәҙел Рәсәй — Хәҡиҡәт өсөн» — 10 мандат; ЛДПР — 7 мандат, КПРФ — 6 мандат; «Яңы кешеләр» — 2 мандат; «Граждандар платформаһы» — 1 мандат, үҙ-үҙен тәҡдим итеүселәр — 15 депутат мандаты.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-09-15/po-itogam-vyborov-v-bashkirii-deputatskie-mandaty-poluchili-13-uchastnikov-svo-4388497

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика