Стәрлетамаҡтан «Авангард» федераль ҡаҙна предприятиеһы Японияның санкция исемлегенә индерелде. Был хаҡта мәғлүмәт илдең сит ил эштәре министрлығының рәсми сайтында баҫылған.
Оборона предприятиеһына ҡаршы иҡтисади саралар капитал менән операциялар һәм түләүҙәр буйынса сикләүҙәрҙе күҙ уңында тота, улар өсөн хәҙер махсус рөхсәт талап ителә.
Японияның яңы сикләүҙәренә шулай уҡ «Беренселәр хәрәкәте», Әхмәт Ҡадиров фонды, Тула ҡорал заводы, «Алабуға» махсус иҡтисади зонаһы, Силәбенең «Урал» автозаводы һәм «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәге индерелде.
Бынан алдараҡ «Авангард» Зеленскийҙың санкциялар исемлегенә эләккәйне.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.