«Киберспортсыларҙы яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡотланым, — тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Өфө фән һәм технологиялар университеты студенттары уҙған миҙгелдә компьютер спорты буйынса Рәсәй чемпионатында икенсе урынды яуланы, башҡа, шул иҫәптән халыҡ-ара ярыштарҙа уңышлы сығыш яһаны. Артабан да уларға ярҙам күрһәтербеҙ. Уңыштар теләйем! Планканы төшөрөргә ярамай».
Шулай уҡ республика етәксеһе ҙур «Креатив индустриялар сәғәте» үткәрҙе, унда республикала мәғлүмәт технологияларын үҫтереү тураһында фекер алышыу булды.
«Был өлкә әүҙем үҫешә, әммә элек бындай осрашыуҙар үткәрмәнек. Бик һөҙөмтәле һөйләшеү килеп сыҡты», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса беҙҙең ИТ-секторға ярҙам итергә мөмкинлек биргән бер нисә йөкләмә формалаштырыла.
«Был һөнәрҙең киләсәге ҙур, — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. — Бөгөн беҙҙең бурыс — мәғлүмәт технологиялары үҫешһен, республикабыҙҙа ҡабул ителгән ҡарарҙар производствоа, дәүләт идаралығына – төрлө өлкәләргә индерелһен өсөн шарттар булдырыу. Артабан эшләйбеҙ».