

Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Альберт Моталов вазифаһын ҡалдыра. Бөгөн уның мэр вазифаһында һуңғы эш көнө. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған. Альберт Моталов ҡала хакимиәтендә йәмғеһе 12 йылдан ашыу эшләгән.
«Салауат үҫешһен, һәр берегеҙ өсөн уңайлыраҡ булһын өсөн намыҫлы эшләргә, эште күңелемде һалып башҡарырға тырыштым. Был йылдар минең өсөн профессиональ ғына түгел, шәхси үҫеш тә булды. Улар оло яуаплылыҡ, көсөргәнешле эш һәм, әлбиттә, Салауат ҡалаһына сикһеҙ һөйөү менән тулы ине», – тип билдәләне ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Альберт Моталов 2024 йылдың ноябрендә ҡала мэры итеп тәғәйенләнгәйне. Быға тиклем ул ҡала хакимиәте башлығының йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары булды.
Билдәле булыуынса, 45 йәшлек чиновник Салауат ҡалаһында тыуған. Ырымбур дәүләт университетының юридик факультетын, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 2003 йылда Башҡортостан Юстиция министрлығы ҡарамағындағы дәүләт теркәү палатаһының Салауат филиалында төп белгес булып башлай. Шулай уҡ теркәү, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте республика буйынса идаралығының ҡала бүлеге белгес-эксперты, дәүләт теркәүсеһе, республика Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса милек менән идара итеү комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләй.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.