10:40 (UTC+5), 07 Ноября 2024

Салауат ҡалаһының яңы мэры билдәле булды

Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы, Вк
Инсаф Хужабиргәнов

Салауатта ҡала советы депутаттарының өсөнсө ултырышында яңы мэр һайланды. Етәксе итеп хакимиәт башлығының йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Альберт Моталов тәғәйенләнде.

Билдәле булыуынса, 45 йәшлек чиновник Салауат ҡалаһында тыуған. Ырымбур дәүләт университетының юридик факультетын, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған.

Альберт Моталов хеҙмәт юлын 2003 йылда Башҡортостан Юстиция министрлығы ҡарамағындағы дәүләт теркәү палатаһының Салауат филиалында төп белгес булып башлай. Шулай уҡ теркәү, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте республика буйынса идаралығының ҡала бүлеге белгес-эксперты, дәүләт теркәүсеһе, республика Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса милек менән идара итеү комитеты рәйесе урынбаҫары булып эшләй.

2014 йылдан Альберт Моталов ҡала хакимиәтендә төрлө вазифаларҙы биләй. 2024 йылдың мартында ул хакимиәт башлығының йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Салауат ҡалаһының элекке мэрын суд ҡарары көтә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-11-07/v-bashkirii-stal-izvesten-novyy-mer-salavata-3999265

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика