Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Декабрь 2024, 15:05

Андрей Иванюта Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһын ҡалдыра

Андрей Иванюта, Вк
Фото: Андрей Иванюта, Вк

Башҡортостандың Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһын ҡалдыра. Был турала «Башинформ» агентлығына Андрей Иванюта хәбәр итте.

«Иртәгә район Советы ултырышында вәкәләттәремде һалам. Ҡайҙа барырымды әлегә белмәйем. Һуңыраҡ, бер айҙан һуң әйтермен. Февралдә билдәле була», — тине Белорет районы хакимиәте башлығы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Андрей Иванюта Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһына 2020 йылдың февралендә тәғәйенләнде. Быйыл 24 октябрҙә ул йәнә Белорет районы башлығы итеп һайланды. Ул саҡта яңы һайланған район Советы депутаттары уның кандидатураһын бер тауыштан хупланы, тип хәбәр иткәйне Башинформ.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-12-27/andrey-ivanyuta-uhodit-s-posta-glavy-administratsii-beloretskogo-rayona-bashkirii-4069390

Автор: Галина Бахшиева
Читайте нас