Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
07:29 (UTC+5), 26 Декабря 2024

Башҡортостан Башлығы республиканың иң яҡшы журналистарына наградалар тапшырҙы

Башҡортостанда журналистар өсөн беренсе «Хәҡиҡәт. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» конкурсына йомғаҡ яһалды. «Хәҡиҡәт», «Яуаплылыҡ», «Ҡаһарманлыҡ», «Йыл ғәмәле», «Һиҙгер йөрәк» номинацияларында еңеү яулаған журналистарға дипломдар һәм 300 мең һум премия тапшырылды.

Альмира Давлетбаева

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика журналистикаһының иң яҡшы вәкилдәрен — «Хәҡиҡәт. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» беренсе республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләне. Тантаналы сара бөгөн, 26 декабрҙә, Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында үтте.

«Хеҙмәтегеҙгә хөрмәт менән ҡарайым. Беҙҙең 30-ға яҡын журналист даими рәүештә махсус операция зонаһына командировкаларға сыға. Хәрби хәбәрселәр пулы барлыҡҡа килде. Азат Саҙрыев, Айнур Кәбиров, Вәдүт Исхаҡов, Эдуард Ҡусҡарбәков, Гүзәл Хәмитова һәм башҡалар. Журналист өсөн үҙ геройы менән аралашыу, ваҡиғалар урынында булыу мөһим. Бының өсөн һеҙ меңләгән саҡрым юл үтәһегеҙ. Шартлауҙар яңғыраған, пилотһыҙ осҡостар һөжүм иткән урында эшләү өсөн, ысынлап та, ҡыйыулыҡ талап ителә. Уның ҡарауы, һеҙҙең сюжеттарҙа, мәҡәләләрҙә, китаптарҙа – окоптағы ысынбарлыҡ, ир-егеттәрҙең батырлығы, бына шуларҙы кешеләргә еткерергә кәрәк», – тине Радий Хәбиров.

«Хәҡиҡәт. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» конкурсы еңеүселәре:

«Хәҡиҡәт» номинацияһында еңеүселәр:

 — «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов («Баҫма киң мәғлүмәт саралары» категорияһы);

— «Башҡортостан» ДТРК-ның махсус хәбәрсеһе Эльвира Ямшанова («Тележурналистика» категорияһы);

— «Радио № 1» радиоканалы редакцияһы («Радиожурналистика» категорияһы);

— «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең контент-үҙәге мөхәррире Минзәлә Асҡарова («Интернет-баҫмалар» категорияһы).

«Яуаплылыҡ» номинацияһында иң яҡшылар:

— «Өмөт» гәзите хәбәрсеһе Яҙгөл Сафина («Баҫма киң мәғлүмәт саралары» категорияһы);

— БСТ телеканалының ижади төркөмө: хәбәрсе, проекттар авторы Гүзәл Хәмитова, оператор Ринат Кашапов, водитель Азат Каспранов, режиссер Айгөл Малбаева («Тележурналистика» категорияһы);

— «Спутник ФМ» радиоһының баш мөхәррире Рузалиә Төхбәтова («Радиожурналистика» категорияһы);

— «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин («Интернет-баҫмалар» категорияһы).

«Ҡаһарманлыҡ» номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булыусылар:

— «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин («Баҫма киң мәғлүмәт саралары» категорияһы);

— «Башҡортостан» ТРК-һы комментаторы Азат Саҙрыев («Тележурналистика» категорияһы);

— «Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе Зөһрә Арсаева («Радиожурналистика» категорияһы);

— «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәков («Интернет-баҫмалар» категорияһы).

«Йыл ғәмәле» номинацияһы еңеүселәре:

—  «Ейәнсура таңдары» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Кристина Сәйҙәшева («Баҫма киң мәғлүмәт саралары» категорияһы);

— «Башҡортостан» ТРК-ның мәғлүмәт программалары төп редакцияһының баш мөхәррире урынбаҫары Айнур Кәбиров («Тележурналистика» категорияһы);

— «Ашҡаҙар» радиоһының баш мөхәррире Рәйсә Ҡазбулатова (Абдуллина) («Радиожурналистика» категорияһы);

— «АиФ Уфа» интернет баҫмаһы редакцияһы («Интернет-баҫмалар» категорияһы).

«Һиҙгер йөрәк» номинацияһында төп бүләкте алыусылар:

— «Республика Башкортостан» гәзите хәбәрсеһе Нэдда Пухарева;

— «Башҡортостан» ДТРК-һы филиалы хәбәрсеһе Гөлшат Вәлиева;

— «Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе Сәриә Рамаҙанова;

— «Молодежная газета» гәзитенең яуаплы секретары Ольга Пазина.

Еңеүселәр иҫәбендә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының ике журналисы ла бар.

Уларҙың береһе - атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, махсус хәбәрсе Азат Ғиззәтуллин. Ул бына 6 йыл инде республика етәксеһен эш сәфәрҙәрендә оҙатып йөрөй.

«Коллегалар исеменән республикабыҙ Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа Башҡортостан журналистарына һәм киң мәғлүмәт сараларына даими ярҙамы, иғтибары өсөн ҙур рәхмәт. Ошондай ҡатмарлы осорҙа был бик мөһим», - тине ул.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Эдуард Ҡусҡарбәков 2022 йылдың мартынан башлап МХО темаһын яҡтырта. Ошо ваҡыт эсендә ул биш тапҡыр махсус хәрби операция зонаһына командировкаға барып ҡайтты. 

«Мин Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа республика журналистарының махсус хәрби операция зонаһындағы эшенә юғары баһа биргәне өсөн рәхмәтлемен. Конкурстың исеме — «Хәҡиҡәт. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ» — девиз булып тора һәм уларҙың фронттағы эшмәкәрлеген тулыһынса сағылдыра», - тип билдәләне ул. 

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-12-26/glava-bashkirii-vruchil-nagrady-luchshim-zhurnalistam-respubliki-4067503

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика