Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
-6 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Декабрь 2024, 11:39

Рәсәй Президенты бөгөн йылға йомғаҡ яһай һәм ил халҡының һорауҙарына яуап бирә

Кремлин.ру
Фото: Кремлин.ру

Бөгөн, 19 декабрҙә, Өфө ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 2-лә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнеш була. Дәүләт башлығы йылға йомғаҡ яһай һәм ил халҡының һорауҙарына яуап бирә. Былтырғы кеүек үк, сара тура бәйләнеш һәм матбуғат конференцияһы форматында үткәрелә.

Президентҡа нисек мөрәжәғәт итергә мөмкин:

  • +7-800-200-40-40 телефоны буйынса кол-үҙәккә шылтыратырға
  • 0-40-40 номерына бушлай смс-хәбәр ебәрергә
  • moskva-putinu.ru сайтында текст яҙырға йәки видео һалырға
  • «ВКонтакте» һәм «Одноклассники» социаль селтәрҙәрендәге рәсми төркөмдәрҙә

Операторҙарға шылтыратыуҙарҙы эшкәртергә яһалма интеллект ярҙам итә, шуға күрә мөрәжәғәттәрҙе эшкәртеү ваҡыты ҡыҫҡарҙы. Шул уҡ ваҡытта операторҙар менән аралашыу ваҡыты сикләнмәй.

Ил президенты менән тура бәйләнешкә Башҡортостандан Рафаэль Хәкимов («Башинформ»), Руслан Батыргәрәев һәм Артур Ханов (БСТ) һәм Виктория Куянова («Ейәнсура таңдары») аккредитация үтте.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-12-19/prezident-rossii-segodnya-podvedet-itogi-goda-i-otvetit-na-voprosy-zhiteley-strany-4058720

Автор: Ксения Калинина
Читайте нас